Яңылыҡтар

Алға, яңы офоҡтарға

Алға, яңы офоҡтарға

Еңеү!... Комиссия беҙҙең идеяға ышанды, һәм беҙҙең НПО иҫәбенә башта бер грант өсөн, ә бер айҙан икенсе грант өсөн аҡса күсерелде.
Был ҡаҙаныштарыбыҙ ҡыуанысынан әҙ генә маһайып йөрөргә лә мөмкинлегебеҙ юҡ ине, сөнки ваҡыт бик тығыҙ. Беҙҙең алда түбәндәге бурыс торҙо:
  • октябрь аҙағына тиклем балалар менән аралаша белгән һәм уларға башҡорт телендә әкиәттәр һөйләй алған биш балалар баҡсаһына берәр колонка тапшырырға тейешбеҙ
  • 2023 йылдың 31 декабренә тиклем республиканың башҡорт телле мәктәптәренә 200 аҡыллы колонка ебәрәсәкбеҙ (балалар баҡсаһына ҡаралған колонкаларҙан ул яңы функциялар өҫтәлгәне менән айырылып торасаҡ. Был хаҡта ошо мәҡәләлә уҡырға мөмкин буласаҡ).
Йәғни, “Әминә” аяҡҡа баҫырға ла өлгөрмәне, ә уның алдына ҙур бурыстар ҡуйылды:
  1. Ул башҡорт телен танырға һәм синтезларға өйрәнергә тейеш.
  2. Колонканың һынау үткән өлгөһөн эшләргә кәрәк.
  3. Балалар баҡсалары өсөн 5, мәктәптәр өсөн 200 колонка етештереүҙе яйға һалыу.
  4. Башҡорт телендә әкиәттәр йыйыу.
  5. “Әминә”не балалар менән аралашырға, уларҙың һорауҙарын тыңларға, бирелгән һорауҙарға башҡорт һәм рус телдәрендә яуап бирергә өйрәтергә.
  6. Мәктәптең башланғыс синыфтарында башҡорт телен өйрәнеү өсөн мини-уйын сайты булдырыу.
  7. Колонканың бөтә әҙер даналарын ресублика ҡарамағына тапшырыу.
Сағыштырыу өсөн: Яндекс кеүек IT-индустрия гигантындағы “Алиса” бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырылмаған, һәм, әлбиттә, уның өҫтөндә, беҙҙеке кеүек, бәләкәй генә команда эшләмәгән… Беҙ, ең һыҙғанып, эшкә тотондоҡ!
Йомғаҡлайыҡ. Беҙҙең эшләнәһе эштәр:
  • Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6 ай ғына ваҡыт бар,
  • 12 кешенән торған команда (был бер кемдең дә төп эш урыны түгел, һәм барыһы ла бушлай эшләй),
  • Осо-ҡырыйы күренмәгән күләме эш,
  • Үҙебеҙҙең идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырыуға ҙур теләк.
Артабан нимә булыр? Беҙҙең мажаралар дауам итә…


Читать эту статью на русском: Вперед, к новым горизонтам
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай