Һомай 1.0 нимә эшләй ала?
Хыялға бирелергә яратаһығыҙмы? Беҙ ҙә хыялланырға бик яратабыҙ! Ете ҡат күккә мендерерҙәй хыялдар булмаһа, Рәсәй халыҡтарының телдәрен һаҡлау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булмаҫ ине. Әммә хыялланғанда һаҡ булырға кәрәк: әгәр фантазияла ҡоролған семәрле һарайҙар ҡәҙимге тормош талаптарына тап килмәһә, ысынбарлыҡ менән осрашҡанда, күңел төшөнкөлөгө өҫтөнлөк алырға ла мөмкин.
Шуға күрә беҙ алдан уҡ ике мөһим тексты яҙып ҡуябыҙ, уларҙа Һомай 1.0. нимәләр эшләй ала һәм нимәләрҙе башҡарыуға әлегә һәләтһеҙ икәнен билдәләйбеҙ, һәм шулай уҡ киләсәктә был тәңгәлдә ниндәй үҙгәрештәр индереләсәге хаҡындағы исемлекте лә теркәйбеҙ.
Уларҙы мотлаҡ уҡығыҙ һәм был хаҡта уй-фекерҙәрегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ.
Һомай 1.0 нимәләр эшләй алыуға һәләтле:
- башҡорт телендәге командаларҙы аңларға,
- башҡортса ла урыҫса ла яуап бирә, һәм урыҫса яуап биргәндә матур төрки акцент менән ҡулланырға,
- "Һомай" һүҙен иғтибарға алырға һәм команда биргән тауышты ишетеү менән, автоматик рәүештә ҡабыҙылырға.
- нимә тураһында һөйләшкәнде иҫләргә
- кәңәш бирергә һәм теләһә ниндәй һорауҙарға яуап бирергә (chatGPT ярҙамында), мәҫәлән, бишбармаҡ рецебын әйтеп бирергә йәки беренсе осрашыуҙа нимә тураһында әңгәмәләшергә кәңәш бирергә,
- Тамыр, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы архивынан, хәҙерге заман авторҙары ижад иткән башҡорт музыкаһын ҡуйырға (әйткәндәй, улар иҫәбенә һеҙ ҙә инә алаһығыҙ, бының өсөн ошонда баҫып ҡарағыҙ),
- “Батыр тураһында”, “айыу тураһында” һ.б. шундай сигнал һүҙҙәргә ярашлы әкиәттәр һөйләргә: автоматик тауыш менән 250 әкиәт һәм автор аудиоверсияһындағы 150-гә яҡын әкиәтте һөйләп ишеттерергә,
- ҡотлауҙар еткерергә, яңғыраған телмәрҙе башҡорт теленә тәржемә итергә,
- селтәрҙән эшләргә.
Һомай 1.0 түбәндәге нәмәләрҙе башҡара алмай:
- Интернет тотмаған ерҙә һорауҙарға яуап бирмәй,
- ҡәҙимге колонка кеүек телефондан йәки ноутбуктан музыканы уйнаттыра алмай,
- һорауҙарығыҙға шунда уҡ яуап бирмәй - Һомайға яуап биреүгә 5-8 секунд талап ителә, был бәйләнеш тиҙлегенең ниндәй булыуынан тора. Ошо бер нисә секунд ваҡыт эсендә һеҙҙең һорауҙы текстҡа әйләндерергә, chatGPT серверҙарына барып етергә, инглиз теленә тәржемә ителергә, инглиз телендә яуап алырға, уны башҡортсаға тәржемә итергә, һеҙгә кире әйләнеп ҡайтырға һәм яуапты яңғыратырға өлгөрә. Бында төҫлө индикаторҙар ориентир булып торасаҡ. Ҡыҙыл яна икән, тимәк, Һомай был мәлдә ҡамасауларға кәрәкмәй икәнен “белә”.
- бер юлы бер нисә һорауҙы эшкәртергә (хатта был аныҡлаусы һорауҙар булған осраҡта ла: тәүге бирелгән һорау “күпкә алға киткән” икәнен иҫтә тотоғоҙ, күпме генә ҡысҡырһағыҙ ҙа колонка ишетмәйәсәк),
- яуап биреп торған сағында уны бүлдерһәләр йәки ул уйлаған саҡта һөйләүҙе дауам итһәләр, һорауҙарға яуап булмаясаҡ,
- ниндәй музыка яңғырай икәнен фаразларға,
- әгәр һеҙ колонканан 1,5 метр алыҫлыҡта икәнһегеҙ, - ишетмәйәсәк (шуға күрә тыңлап та тормаясаҡ!),
- һеҙҙең һөйләшеүҙе яҙып алырға һәм икенсе берәүҙәргә уны еткерергә,
- аңлайышһыҙ һөйләгәнде лә ҡабул итмәйәсәк. Бөтә төр роботтар кеүек үк, Һомай ҙа һорауҙы асыҡ һәм көслө тауыш менән әйткәнде ярата.
Киләһе яңыртыуҙарҙа беҙ ниндәй функциялар өҫтәйәсәкбеҙ?
Беренсе сираттағы бурыстар:
- ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сәғәт нисә икәнен, таймер ҡуйыу һәм һауа торошон хәбәр итеү – былар бөтәһе лә беҙҙең өҫтөнлөклө бурысыбыҙ.
- һорауҙарға яуап биреүҙе 2-5 секундҡа тиклем тиҙләтеү,
- Һомайҙы нимәләрҙе белә һәм нимәләрҙе белмәй икәнлеге хаҡында һөйләргә өйрәтергә,
- “Китап” нәшриәте архивынан башҡортса китаптар уҡытыу,
- Әкиәт һәм музыка базаһы буйынса эҙләү мөмкинлеген яҡшыртыу, әйтелеш өҫтөндә эште камиллаштырыу,
- бер композицияның һуңынан икенсеһенең музыкаһын эҙмә-эҙлекле ҡабатлау.
Киләсәккә ҡуйылған бурыстар:
- "Дауам ит", "Туҡта", "Тағы бер тапҡыр ҡабатла" командаларына яуап бирергә...
- музыканы тасуирлау буйынса ҡуйырға ("Минең күңелем сабый бала кеүек, Йондоҙ күҙләп күккә үрелә ")
- "Ә хәҙер нимә уйнай?" тигән һорауға яуап бирергә
- Өләсәй-олатайҙар һөйләгән хикәйәләрҙе яҙып алып алырға, сөнки был уларҙы базаға индереү йәки геотегтарға бәйләү өсөн кәрәк.
- Беҙҙең хыялыбыҙ шул: Һомай үткәндәр хаҡындағы тарих һәм риүәйәттәрҙе һаҡлап алып ҡалһын. Мәҫәлән, “Иҫәнғол менән бәйле ниндәй риүәйәттәр бар?”, “Борайҙа ниндәй билдәле кешеләр йәшәгән?” ише һорауҙарға яуап табырға һәм колонканан өлкән быуын кешеләре тауышы менән элек бары тик бәхетле ейәндәргә генә ишетеү насип булған хәл-ваҡиғаларҙы барыһына ла һөйләтергә.
- Һеҙҙе башҡортса һөйләшергә өйрәтеү: махсус режимда көнкүреш һүҙҙәрен әкренләп башҡортсаға алмаштырырға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеүҙә ярҙам итергә.
Бынан тыш, беҙ тәүге ҡулланыусыларыбыҙҙың теләктәре һәм тәнҡиттәре менән мотлаҡ танышасаҡбыҙ һәм уларҙың фекерҙәрен иҫәпкә алып, колонканы яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай
Читать эту статью на русском: Что умеет Хомай 1.0?
ФотоҺо: Kier in Sight Archives on Unsplash