Яңылыҡтар

Беҙҙең беренсе белем биреү проекты

Беҙҙең беренсе белем биреү проекты

Хәтерегеҙҙәме, IT-ға һәм башҡорт телендә белем биреү системаһына башкөллө сумыуым мине, программист булараҡ, мәктәпкә нисек ярҙам итә алам, тип уйланырға мәжбүр иткәне тураһында һөйләгәйнем. Беҙ иң ҡыҙыҡлы урында туҡтағайныҡ: һәр уйында һәм мажаралы фильмдарҙағы кеүек, фекерҙәштәрҙән торған команда барлыҡҡа килде. Күп тә үтмәне, беҙҙең беренсе квест булдырылды!
Был прогресс 2020 йылдың covid19 пандемияһы ваҡытына тура килде. Уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте, ә беҙҙең команда ике аҙна эсендә уҡытыусылар өсөн сайт эшләүгә өлгәште. Ҡала мәктәптәре өсөн бушлай портал ошолай булдырылды.
Уҡытыусы менән уҡыусыларҙың аралашыуы нисек үткәнен хәтерләйһегеҙме? Башлыса, был эш балаларҙың өй эштәрен фотоға төшөрөп, уҡытыусыға Whatsapp, Skype, Discord, Telegram һәм башҡа мессенджерҙар аша ебәреүенә ҡайтып ҡала ине. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ 5 класты уҡытаһығыҙ, ти, һәр класта - 25 уҡыусы. Был һеҙгә төрлө мессенджерҙар аша ебәрелгән, кәмендә 125 чатты тикшерергә кәрәк,тигәнде аңлата. Был эш көн дә ҡабатлана! Иҫ китмәле хәл!! Беҙҙең сайт ҡайһы яғы менәндер көндәлеккә лә оҡшап ҡуя, әммә уның функциональ мөмкинлеге киңәйтелгән.
Унда:
  • өй эше,
  • аудио аңлатмалар,
  • видео-дәрестәр,
  • текст аңлатмалары,
тикшереү өсөн тестар тупланған. Бик уңайлы! Бала кәрәкле предметтың ҡушымтаһын тиҙ генә таба ала, сөнки бында бөтәһе бер урынға тупланған. Ошонда уҡ ул дәрестәрҙең фотоларын ебәрергә була: бынан һуң предмет ҡаршыһында "Бөтәһе лә тамамланды" тигән билдә килеп сыға. Уҡытыусылар бер класс уҡыусыларының эштәрҙе бер урында ғына тикшереү мөмкинлеге алды. Был һәр уҡыусынан килгән айырым - айырым хаттарҙы кем ҡайҙа ебәргәнен эҙләп тикшереүгә ҡарағанда, күпкә еңелерәк. Беҙҙең сайт күп кенә уҡытыусыларҙың һәм ошо сайтты ҡулланыуға күскән 8-10 мәктәптең дистанцион уҡытыу мәлендәге эшен еңеләйтте.
Беҙ тәҡдим иткән ресурс уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә уңайлы булды. Уҡыусы, сайтҡа инеп, башҡа эшенән айырылмайынса ғына өйгә бирелгән эшен үтәй, уны сайтҡа һала һәм йәшел төҫтәге "эшләнгән" тигән билдә ала. Ә уҡытыусылар иһә сайтҡа инеп, дәрестәрен тейәйҙәр, тестарҙы һәм өй эшен тикшерәләр, мессенджерҙағы хәбәрҙәргә иғтибар итмәй генә "эшләнгән" йәки "эшләнмәгән" тигән статустар ҡуялар. Әлбиттә, ғәмәлгә ашырыу барышында порталды бер нисә йүнәлештә яҡшыртырға кәрәклеген аңланыҡ. Иң ҡатмарлыларының береһе булып телдән эшләргә бирелгән эштәрҙе тикшереү булды. Тап ошондай дәрестәрҙең аудиояҙмалары беҙҙең команда алдында яңы һәм бик ҡыҙыҡлы мәсьәләрҙе хәл итеү кәрәклеген күрһәтте.
Читать эту статью по-русски: Наш первый образовательный проект