Яңылыҡтар

Үҙем тураһында

Сәләм бөтәгеҙгә лә. Айгиз Ҡунафин буламын, мин - башҡорт телендә һөйләшәсәк hомай/Homai/Хомай аҡыллы колонкаһы проектын тәҡдим итеүсемен.
Башҡорт теле менән минең телем асылған. Мин Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында, Иҫке Монасип ауылында тыуғанмын. Башланғыс кластарҙа ауыл мәктәбендә уҡыным. Ә был, күптәр уйлағанса, әллә ни насар күренеш түгел.
Мәҫәлән, беҙҙең класта 10 - лап бала уҡыны, һәм уҡытыусының һәр уҡыусыға иғтибар бүлергә мөмкинлеге булды: мәктәп программаһын еңел үҙләштереүселәргә ҡатмарлыраҡ эштәр бирергә лә, яңы тема ауырыраҡ бирелгәндәргә ярҙам итергә өлгөрә ине беҙҙең уҡытыусы. Уҡытыу башҡорт телендә алып барылды.
Мин 5-се синыфҡа уҡырға барғанда, беҙҙең ғаилә Башҡортостандың бәләкәй, әммә бик матур ҡалаһы Белоретҡа күсеп килде. 5 - 9-сы кластарҙа Белорет лицей-интернатында уҡыным, ә 10-сы класҡа Белореттың танылған компьютер мәктәбенә (БКШ) күстем. Был мәктәп нимә менән билдәле? Унда бик көслө педагогик состав тупланған, һәм мәктәп уҡыусылары беренсе синыфтан уҡ программалау серҙәрен өйрәнә. Әйтергә кәрәк, был мәктәптең сығарылыш уҡыусылары араһында киң билдәлеле шәхестәр ҙә бик күп.
Ни өсөн мин унда күсергә ҡарар иттем? Бала саҡтан математиканы яраттым. БКШ-ла мине информатика һәм программалау мауыҡтырҙы. Шуға күрә мин киләсәгемде тап ошо өлкә менән бәйләргә теләгәнемде аңланым.
Мәктәптән һуң Өфө авиация техник университетына (УГАТУ) информатика һәм робототехника (ФИРТ) факультетына уҡырға индем, геомәғлүмәт системаларын үҙемдең төп йүнәлешем итеп һайланым. 2-3 курста программалау менән аҡса эшләй башланым: фрилансер булараҡ, төрлө проекттарҙа ҡатнаштым. Студент йылдарынан уҡ мин һайлаған эштең үҙемә оҡшағанын аңланым һәм ошо йүнәлештә белемемде камиллаштырыу кәрәклеген үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым.

IT һәм башҡорт мәктәптәре

Мин өйләнгәнмен, дүрт балам: өс улым һәм бер ҡыҙым бар. Өлкән улым мәктәпкә уҡырға төшкәнгә тиклем, бөгөнгө урта белем биреү системаһы нисек ҡоролғанлығы тураһында минең уйланғаным да булманы.
2013 йылда улыбыҙҙы Өфөләге 20-се Башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙек. Мин мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша башланым, һәм прогресс алға китеүгә ҡарамаҫтан, мәктәптәпҙә күп нәмә боронғоса башҡарыла икәнлегенә иғтибар иттем.
ИТ-тикшеренеүсе булараҡ, бында бөтә нәмә технологик прогресстан артта ҡалғанын, ә уҡытыусыларҙың балаларға тейешенсә иғтибар бүлергә ваҡыттары ҡалмағанын төшөндөм. Һәр балаға индивидуаль мөнәсәбәт булдырыу тураһында һүҙ йөрөтөүе лә ауыр ине. Өй эшен тикшереү әллә күпме ваҡытты алыуы етмәгән, уның уҡытыусыға ла бер ниндәй файҙа килтермәгәнлеге асыҡланды.
Мәғариф системаһын тәнҡитләү урынына, мин: "Хәҙерге заман мәктәбенә нисек ярҙам итә алам? Нисек итеп информацион технологиялар ярҙамында уҡытыусыларҙың эшен еңеләйтергә?” - тип уйлай башланым.
Килеп тыуған проблемыны хәл итеү идеяһын тормошҡа ашырырға ниәтләүгә 10 йыл үтте. Был ваҡыт эсендә улым 9-сы класты тамамлап, колледжға уҡырға инде (хатта беренсе курсты тамамланы!), ике уртансы балам мәктәпкә уҡырға төштө. Шуныһы мөһим: мин үҙемә фекерҙәштәр таптым, улар урта белем биреү процесын технологик яҡтан камиллашырыу һәм уны ҡыҙыҡлыраҡ итеү мәсьәләре өҫтөндә эшләйҙәр.
Әгәр ҙә беҙ ул мәлдә былыр бөтәһе киләсәктә нимәгә олғашыр икәнен күҙ алдына килтерһәк!... Буталып бөткән йомғаҡты тағата башлағандағы кеүек, беҙ әле ни бары епте генә тартып ҡараныҡ. Бер йыл эсендә беҙ нимәләргә өлгәшкәнде белергә теләйһегеҙме? Артабан уҡығыҙ.
Читать эту статью на русском языке: Обо мне, IT и башкирских школах