Яңылыҡтар

Йомшаҡ старт: колонка һатыуҙы беҙ ниҙән башлайбыҙ

Әгәр балаң һәр ваҡыт күҙ алдында икән, был бик яҡшы. Әммә һәр ата-әсәгә шуныһы ла асыҡ: баланың тәғәйен юлды ҡасан да булһа үҙ аллы үтергә мәле етә. Беҙҙең дә “балабыҙ” үҙ аллылыҡ юлына баҫырға тора... Грант буйынса колонкалар әҙерләүгә һигеҙ айҙай ваҡыт сарыф иттек, әле лә уның эске ҡоролмаларын оптималләштереү һәм колонканы йыйыуҙы ябайлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Һатыу эшен нимәнән башларға ниәтләүебеҙ тураһында һөйләргә ваҡыттыр, моғайын.
Февраль аҙағында, март башында әллә ни ҙур булмаған партияны, 10 штук колонканы, һатыуға сығарырға ниәтләйбеҙ. Бөтә һатып алыусыларҙың да теләктәрен, тәнҡиттәрен иҫәпкә алыу өсөн, улар менән бәйләнештә булабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, һеҙ, һатып алыусылар, беҙҙең тест үткәреү төркөмөн тәшкил итәһегеҙ. Был проекты эшләү барышында ла һеҙ беҙгә һәр саҡ ярҙам иттегеҙ, һеҙҙең хуплауҙар, беҙгә теләктәш булыуығыҙ беҙҙе бер бөтөн командаға әйләндерҙе.
Был тексты уҡығандар арһында беҙгә ярҙам итеүселәр байтаҡ булды: улар тауыш биреүҙә, уятыу һүҙен өйрәнеүҙә, дуҫтары һәм туғандары менән беҙҙең хаҡта мәғлүмәт уртаҡлашыуҙа, ыңғай комментарийҙар яҙыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Иманыбыҙ камил: тәүге һатып алыусылар ҙа Һомай аҡыллы колонкаһын һиҙгер, тиҙ, аҡыллыраҡ итеүҙә үҙ өлөштәрен индерер. Беҙҙең эшебеҙгә битараф булмағандар колонка менән бәйле ҡытыршылыҡтар тураһында беҙгә хәбәр итерҙәр, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙы төҙәтеү өҫтөндә эшләрбеҙ.
Шуны ла әйтергә кәрәктер: беренсе партия әлеге мәлдә үк яңыртыуға әҙер. Колонканың программаһы ғына үҙгәреү кисерәсәк. Тәүге колонкаларҙа моң даръяһында йөҙөргә, балаларға әкиәттәр тыңлатырға, һауа торошо тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Киләсәктә Һомай һеҙгә текстарҙы тәржемә итергә, яңы мөмкинлектәр уйлап табырға ярҙам итә. Ул башҡорт телендә һөйләшкән әңгәмәсе, һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы туған телгә өйрәткән уҡытыусыға әйләнәсәк.
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай
Читать эту статью на русском языке: "Мягкий запуск": как мы начнем продавать колонку