Яңылыҡтар

Синтез, танып белеү һәм Зәйнәб Биишева

Синтез, танып белеү һәм Зәйнәб Биишева

Күҙ алдына килтерегеҙ әле: һеҙ – ҡырҙан тороп белем биреүсе башҡорт теле уҡытыусыһы. Уҡыусыларығыҙға Зәйнәб Биишеваның романынан өҙөк уҡырға һәм унда нимә тураһында һүҙ барғанын һөйләргә ҡуштығыҙ, ти. Кис буйы һеҙҙең синыф чаты тынмай эшләй: әле бер, әле икенсе уҡыусы һеҙгә тауышлы хәбәр ебәргәне тураһында белдереүҙәр килә.
"Уңыш" мул йыйыла. Һеҙгә 25 тауышлы хәбәр килгән! Һәм һәр хәбәр, кәм тигәндә, 15 минутлыҡ. Ә иң тырышы, хатта 40 минутлыҡ хәбәр ебәргән. Әлбиттә, был ҡыуаныслы күренеш: балаларға роман оҡшаған, тимәк, әҫәрҙең дауамын үҙ аллы уҡыр, тигән өмәт тыуа. Әммә уҡыусы ебәргән тауышлы яҙманы тикшерергә кәрәк бит әле.
Ебәрелгән эштәрҙе Х2 тиҙлегендә тыңлаған хәлдә лә был эшкә 20 сәғәт самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Ошо тиклем ваҡытты ҡайҙан алырға? Ә бит был бер генә класс!
Әлбиттә, хәҙер урыҫ телле мәктәптәр өсөн, был проблеманы телеграмда аудионы текстҡа әйләндереүсе боттар еңеләйтә. Әммә ул саҡта, 2020 йылда, бындай эште бары тик эре IT-компаниялар ғына ҙур аҡсаға һәм тик рус теле өсөн генә атҡара ине. Ә беҙҙең башҡорт мәктәптәре өсөн, бындай бер нәмә лә юҡ ине.
Беҙ башҡорт телен текстҡа әйләндереүсе алгоритм булдырыу ни тиклем алға китеш булыуы хаҡында уйландыҡ. Был ниәт аҡыллы колонка булдырыу өсөн тәүге аҙым һаналды, шуға күрә беҙҙең энтузиастар командаһы алдында башҡорт телен таныу һәм синтезлау мәсьәләһе килеп баҫты.
Мин быны башҡа телдәрҙә нисек эшләнеүен өйрәндем. Шул асыҡланды: телмәр синтезын булдырыу әллә ни ҡатмарлы процесс түгел икән:
Башта кеше тауышын яҙҙырабыҙ: ул бөтәһе 20 - 40 сәғәтлек телмәрҙе үҙ эсенә ала. Улар - махсус һан менән билдәләнгән һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр, айырым һүҙҙәр. Компанияға эшкәртеү өсөн тапшырабыҙ.
Һөҙөмтә шундай: текст һеҙҙең тауыш менән яңғырай. Барыһы ла бик аңлайышлы һәм ябай, әммә ҡиммәт: бер нисә миллион һум түләгәндә генә һөҙөмтәһен күреү мөмкинлеге алаһың. 40 сәғәтлек яҙҙырылған һәм танылған телмәрҙән программа үҙе теләһә ниндәй тексты булдыра ала. Һеҙ үҙ тауышығыҙҙы ҡуллана алаһығыҙ, йәки китапхананан үҙегеҙгә оҡшағанын һайлай алаһығыҙ.
Ә телмәрҙе аңлау - күпкә ҡатмарлы эш, былай ғына еңел килеп сыҡмай. Был турала - киләһе яҙмабыҙҙа.
Читать эту статью по-русски: Синтез, распознавание и Зайнаб Биишева