Яңылыҡтар

Уян, Һомай!

Уянғас, ниндәй һүҙҙе беренсе булып әйтәһең? Ер йөҙөндәге кешеләрҙең күбеһе уяныу менән: “Hi, Alexa”, “Hello, Siri”, “Привет, Алиса” тиҙәр. Улар үҙҙәренең аҡыллы колонкаларын шулай сәләмләй. Колонканы йоҡонан уятыусы төп фразалар wake word (һүҙмә-һүҙ әйткәндә: "уятыу һүҙе") тип атала.

Say. My. Name

Беҙҙең команда ағзалары, йәки тәғәйен әйткәндә, өс кеше аҡыллы колонканы тейешле ваҡытта уянырға өйрәтеү өҫтөндә эшләй! Ҡәҙимге кешеләр беҙҙең ниндәй ҡатмарлыҡтарға юлыҡҡанды аңлаһын өсөн, ошондай хәлде күҙ алдына килтерергә тәҡдим итәбеҙ:
Мәҫәлән, һеҙ юғары ҡатлам кешеләренең ҙур йыйынына барып эләктегеҙ, ти. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа тирә-йүнгә ҡолаҡ һалығыҙ: хрусталь сыңы, ҡайҙалыр уйнаған музыка тауышы, ҡалаҡтар зыңлауы, бейек үксәле туфлиҙар туҡылдауы, кемдеңдер иҙән шығырлатып, әле тегеләй, әле былай үтеүе..., һәм шуларҙың бөтәһенә ғәм халыҡтың һөйләшеүенән тыуған геүләү ҡушыла. Тиҫтәләгән кеше бер туҡтауһыҙ ни тураһындалыр һөйләй,, үҙ-ара бәхәсләшә; уларҙың тауыштары төрлө тембрҙа яңғырай: берәүҙәрҙең һөйләү тиҙлеге шул тиклем шәп, икенсе берәүҙәр хатта төрлө телдәрҙә аралаша. Шуның өҫтәүенә, үҙегеҙ ҙә нимәлер һөйләйһегеҙ йәки йырлап та ебәрәһегеҙ. Ошо шау-шыуҙа һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ? "Һомай" һүҙен йәки, мәҫәлән, исемегеҙҙе тотоп алырға.
Ҡатмарлымы? Уйлағандан да дә ҡатмарлыраҡ! Күҙгә күренеп торған ауырлыҡтарҙан бигерәк, уның күренмәгәндәре лә байтаҡ:
1. Беҙҙең телмәребеҙҙәге "Һомай" һүҙен тотоп алыу өсөн, ул тирә-яҡта нимә булғанын даими тыңлай белергә тейеш. Өҫтәүенә, “Һомай” тигән һүҙҙе генә иғтибарға алырға тейеш. “Һаман”, “йома”, “ҡамай” ише һүҙҙәр һәм фонетик яҡтан шуға ауаздаш булған һүҙҙәрҙе ул иҫәпкә алырға тейеш түгел.
2. Быларҙың барыһын да комплектта ҡаралған иң әҙ күләмдәге кәрәк-яраҡтар менән атҡарып сығыу мөһим. Колонкала ҡиммәтле процессорҙарҙы ҡулланыр өсөн беҙҙең бюджеттың мөмкинлек яғы наҡыҫ. Ә беҙҙең колонка, уны һатып алырға теләгән һәр кемдең кеҫәһенә һуҡмаҫлыҡ итеп эшләнелгән. Шуға күрә беҙ ҡеүәте әллә ни ҙур булмаған ике ядролы ESP32 алдыҡ. Бер ядро даими рәүештә вайфай ҡабул итеү өсөн эшләйәсәк. Ә икенсе ядро тауыш ағымындағы йоҡонана уятыу һүҙҙәрен ишетеү мөмкинлегенә яйланған.
3. Шулай уҡ икенсе ядро йоҡонан уятыу һүҙенән һуң әйтелгән ҡыҫҡа ғына яҙманы йәһәт кенә кире ишеттерә белергә лә тейеш: мәҫәлән, "Һомай, _батыр тураһында әкиәт һөйлә". Фразаның бер өлөшөн, үтенес белдереүсене аңлау өсөн, ул серверға ебәрә.
4. Үҙ динамигы тауыштары араһынан да уятыу һүҙен ишетеү кәрәк. Колонка ниндәйҙер көй уйнатып йә иһә текст уҡып торған мәлдә "Һомай" командаһы яңғыраһа, ул команданы ишетергә һәм уға яуап бирергә тейеш. Беҙ был проблеманы хәл итеүгә өлгәшмәгәнбеҙ әле, шуға күрә тауыш яңғырап торған мәлдә Һомай тик төймәгә баҫҡандан һуң ғына команданы ишетә ала. Әммә "өлкән апайҙары" кеүек эш итергә өйрәнһен өсөн, беҙ бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
5. Колонка бүлмәнең төрлө урынында урынлаша ала, тауыш сығанағы ҡайҙан килһә лә, микрофон тексты тотоп алырға тейеш.

Беҙ үҙебеҙҙең велосипедты “уйлап табасаҡбыҙ”

Был исемлекте барлаһаң, быға бик йылдар сарыф ителергә тейеш, тигән фекер тыуа. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бер нисә йыл элек был хаҡта хыялланыу ҙа мөмкин түгел ине. Шуныһы асыҡ: машинаны алгоритмдарын заманса өйрәнеү ярҙамында, буй етмәҫтәй тойолған хыялдар тормошҡа аша.
Кемдәлер ошондай һорау тыуырға мөмкин: "Ниңә беҙ Һомайҙың апайҙары: Алисаның, Сириҙың йәки Алексаның әҙер программаһының күсермәһен алмайбыҙ? Ни өсөн күптән булдырылған велосипедты яңынан уйлап табырға?”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла, беҙ уйлағанса, әллә ни ябай түгел: 1. Хәл ителештең әҙер тупланмаһы хатта IT-гиганттарҙа ла юҡ, уларҙың күбеһе барлыҡ wake word кодтарын берәүгә лә күрһәтмәй, сер итеп тота.
2. Әгәр ҙә беҙ нисек булһа ла әҙер сиселеш ала алһаҡ та, ул беҙҙең аҡыллы бағаналар өсөн яраҡһыҙ, сөнки унда иҫәпләү ресурстары сикләнгән. Ә беҙҙең колонка һеҙҙең смартфонығыҙҙан 100-1000 тапҡырға көсһөҙөрәк.
3. Һәр уятыусы һүҙ өсөн (Алиса, Сири, Һомай) һеҙгә үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе йыйырға кәрәк (беҙ уларҙы һеҙҙең менән бергә йыйҙыҡ!).
Хәтерегеҙҙәме, беҙ телеграмм каналында һеҙҙән һәм яҡындарығыҙҙан "Һомай" һүҙенең аудиоһын яҙҙырыуығыҙҙы үтенгәйнек. Беҙгә был тауыштар бик ҙур ярҙам булды! Нәҡ һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында беҙ нейро селтәрҙе башҡорт телендәге уятыусы һүҙҙе танырға өйрәттек.
Беҙҙең коллекцияла ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ир-егеттәрҙең төрлө диалекттағы, акцентлы-акцентһыҙ, әскернә йәки ҡарлыҡҡан тауыштары ла, йәштәрҙең дә, ололарҙың да, балаларҙың да тауыштары бар. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Колонка үҙ исемен яҡшы таный һәм уға яуап бирә. Әммә өлгәшелгән уңыштар әлегә ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтеп булмай. Беҙ "Һомай" өсөн тауыштар йыйыуҙы дауам итәсәкбеҙ, әммә хәҙер был эш колонканың үҙендә башҡарыласаҡ. Өйрәнеү барышын бында күрергә мөмкин.
Беҙ смартфонда Һомайҙың төрлөсә һөйләшкән тауышын булдырҙыҡ, ә колонка ул тауыштарҙы яҙҙыра бара. Колонканың үҙ исемен нисек ишетеүен аңлар өсөн анализдар үткәрҙек. Был мәғлүмәттәр беҙгә моделдәрҙе яңынан өйрәтергә һәм телмәрҙе таныуҙы яҡшыртырға ярҙам итте.
Хәҙер беҙ, "башланған эш – бөткән эш" принцибынан сығып эш итәбеҙ: ҙур өйрәтелгән моделде бәләкәй генә компьютерға индереп, уны бүлмәләге әллә күпме тауыш һәм шау-шыу араһынан "Һомай" һүҙен тиҙ һәм аныҡ танырға өйрәтәбеҙ. Тәүге һөҙөмтәләребеҙ күренеү менән, ул хаҡта һеҙгә мотлаҡ һөйләрбеҙ, ә әлегә беҙгә сабырлыҡ һәм ижади ынтылыш теләп ҡалығыҙ!

Читать этот текст по-русски: "Проснись, Хомай!"
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай