Яңылыҡтар

Башҡорт телен белеүҙең хуп күренеш икәнлеген билдәләүсе 5 сәбәп

Башҡорт телен белеүҙең хуп күренеш икәнлеген билдәләүсе 5 сәбәп

"Хәҙер башҡорт теле кемгә кәрәк? Инглиз йәки ҡытай телдәрен өйрән!" - бындай фекерҙе ишеткәнегеҙ бармы? Бындай раҫлауҙа бер нәмә бәхәс тыуҙырмай: бер нисә тел белеү бик яҡшы. Шулар иҫәбендә башҡорт теле булыуы ла мөһим! Беҙ быны дәлилләй алабыҙ.
Беренсе сәбәп. Башҡорт теле төрки телдәр араһындағы иң ҙур төркөмгә ҡарай. Был төркөмгә ингән телдәрҙә 180 миллион самаһы кеше һөйләшә. Һеҙҙең башҡортса һөйләгәнегеҙҙе Төркиәлә, Әзербайжанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Үзбәкстанда һ.б. илдәрҙә йәшәгәндәр аңлай ала. Һеҙ якуттар, сыуаштар, тувалар, балҡарҙар һәм Рәсәйҙең башҡа халыҡтары менән күп кенә уртаҡ яҡтар табасаҡһығыҙ.
Икенсе сәбәп. Башҡорт теле ғәҙәти булмаған агглютинатив телдәр төркөмөнә ҡарай. Һүҙ тамырына ялғауҙар ҡушыу юлы менән яңы һүҙҙәр яһала, улар ярҙамында һан, килеш, эйәлек һәм башҡа күп ялғауҙар барлыҡҡа килә.
Ни өсөн был яҡшы? Славян, герман һәм роман телдәренән айырмалы рәүештә, был ғәҙәти булмаған үҙенсәлек мейегә тел төҙөлөшөн бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итеүгә йоғонто яһай Әйткәндәй, киң таралған телдәргә нигеҙләнеп булдырылған синтетик тел эсперанто ла шулай уҡ агглютинатив тел. Бының асылы шунда: телде өйрәнеүҙә бындай тип телдәр интуитив рәүештә аңлашылып тороуы менән отошло.
Өсөнсө сәбәп. Яңы телде өйрәнеү баш мейеһе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Унда яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килә, ә был Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килеүҙән аралай.

Ни өсөн башҡорт телен өйрәнеү отошло? Беҙ йәшәгән мөхит үҙе үк быға булышлыҡ итә. Башҡорт телендә һөйләшкәндәр араһында йәшәгәнлектән, беҙгә был телдә аралашыусыларҙы табыу, телде шымартыу, уҡыу, тыңлау, контексты аңлау күпкә еңелерәк.
Дүртенсе сәбәп. Үҙенсәлекле булыуы. Башҡорт телен балалар һәм вариҫтар өсөн һаҡлау бер үк ваҡытта мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәсьәлә булып тора. Көндәлек тормошта башҡорт телендәге кинәйәле һәм тапҡыр һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, телмәрҙе байытырға, күркәмләргә мөмкин. Һәм ҡайһы бер нәмәләрҙе башҡа телдәрҙә тулы матурлығында еткереп тә булмай.

"Я тебя люблю" һәм "Мин һине яратам" тигәндең асылдары төрлөсә, һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
Бишенсе сәбәп. Яуаплылыҡ. Кесе ватан тарихына булған ҡыҙыҡһыныу арта. Хәҙер бөтә донъяла кешеләр үҙ тамырҙарын өйрәнә. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бөгөнгө көндә милли брендтар, биҙәүестәр, нағыштар, костюм элементтары өҫтөнлөк ала бара. Башҡорт мәҙәниәтендә кешеләр илһам сығанағын таба. Башҡорт теле - милли мираҫтың бер өлөшө. Уны һаҡлауға һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ икән, - был бары тик хуплауға лайыҡ булыр.
Һеҙҙең тамырҙарығыҙҙа бер генә тамсы башҡорт ҡаны булмаған осраҡта ла телде өйрәнергә һәм уны ғәмәли ҡулланырға мөмкин, сөнки ул матур яңғырай, һәм уны ҡәҙимге тормошта ҡулланырға ярҙам итеүсе техник саралар бар.
Читать эту статью на русском: 5 причин, почему знать башкирский — круто