Яңылыҡтар

Һомай менән бергә тел ҡаршылығын еңеп сығабыҙ

"Сәләм, балаҡайым", - ти беҙҙең һөйөклө өләсәйебеҙ, ә һин ауыҙыңа һыу уртлағандай булып баҫып тораһың. "Иҫәнмеһең, өләсәйем" - тип яуап биреү шул тиклем ҡыйынмы ни? Һүҙҙәр бөтәһе лә таныш, әммә әйтеү мөмкинлеге юҡ. Әллә акцент ҡыйынлыҡ тыуҙыра, әллә уңайһыҙланыу, әллә әйткән фразала бөтәһе лә дөрөҫмө икәнлегенә шикләнеү ҡамасаулай.
Ҡотлайым, һеҙҙә тел кәртәһе бар! Әгәр башҡорт теле һинең ғаиләңдә бала саҡтан ике телдең береһе булып торһа, был ҡыйынлыҡ ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
Әгәр был телдә оҙаҡ ваҡыт аралашмайҙар икән, бындай хәлдең булыуы бик мөмкин. Лингвистик һәм психологик ҡатмарлыҡтар тыуа. Шулай уҡ мускулдар ҙа үҙҙәре башҡарырға тейешле көндәлек хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһа, улар ҙа хәлһеҙләнә.
Әгәр һинең тирә - йүнеңдәгеләр башҡа телдә һөйләшһә, туған телеңде ҡайҙа ҡулланырға була һуң? Башҡорт теле күңеленә яҡын булған, был телдә аралашырға, текстар, яңылыҡтар, йырҙар һәм хикәйәләр тыңларға теләүселәр өсөн беҙ Һомайҙы уйлап сығарҙыҡ.
Аҡыллы колонка һеҙҙең өсөн түҙемле һәм ихлас әңгәмәсе буласаҡ. Телде тейешле кимәлдә белмәгән осраҡта ла уның менән аралашыуҙан уңайһыҙланыу кисермәйәсәкһегеҙ. Һомай һеҙҙең әйтелештәге хаталарҙы төҙәтәсәк, һүҙлек запасығыҙҙы тулыландырасаҡ, ҡайҙа ғына йөрөҙәгеҙ ҙә туған телдә аралашыу шатлығын ҡайтанан кисерергә ярҙам итәсәк. Бала саҡта һәр кемдә булып та аҙаҡ юғалған нейрон бәйләнештәр тиҙ арала йәнләнәсәк, ә яңы импульстар онотолған юлдар буйлап етеҙерәк йүгерәсәк.
Беҙ шуға ышанабыҙ: башҡорт телендә көн һайын аҡыллы колонка менән аралашһағыҙ, һеҙҙең тел ҡаршылыҡтары бер аҙна эсендә юҡҡа сығасаҡ.
Аҡыллы колонка менән артабан нисек эш итеү кәрәклеген беҙ киләһе мәҡәләләрҙә һөйләрбеҙ.
Читать эту статью на русском - Языковой барьер: преодолеваем с Homai