Күптән түгел беҙ һеҙгә октябрь айында биш балалар баҡсаһында эшләй башлаясаҡ "һомай" аҡыллы колонкаһының нимәләр башҡарыу мөмкинлеге бар икәнлеге тураһында һөйләгәйнек инде. Әгәр һеҙ был хаҡта уҡымаған булһағыҙ, мотлаҡ рәүештә (бында) уҡығыҙ, ә әлегә спойлер: ул нәфис әҙәби башҡорт телендә әкиәттәр һөйләйәсәк.
Әкиәттәрҙең тылсымлы арбау көсөн иҫләйһегеҙме? Һәр сихри әйберҙең ниндәй ҙә булһа бурысты атҡарыуға тәғәйенләнгән ғәмәле бар: көршәк үҙе үк бутҡа бешереп бирә, йомғаҡ юл күрһәтеүгә һәләтле. Ләкин беҙ шуны ла аңлайбыҙ: ҡайһы бер уй-теләктәрҙе хатта иң тылсымлы таяҡ та үтәй алмай.
Беҙҙең колонканы булдырыу тарихы ла шуға ауаздаш. Октябрҙә ҡулланыуға сығасаҡ колонкаларҙың ниндәй ғәмәлдәр башҡарыуға маһир икәнен атап үткәс, уларҙың ниндәй функциялар атҡарыу мөмкинлеге юҡ икәнлеген әйтер ваҡыт еткәндер (күңелебеҙгә ятмаһа ла, был хаҡта һөйләмәй үтеп китеү дөрөҫ булмаҫ).
- "Әминә" проекттары буйынса булдырылған аҡыллы колонкаларҙа контент менән эшләү ҡаралмаған. Мәҫәлән, “Һомай” Айҙар Ғәлимовтың репертуарын йәки “Өфө йүкәләр”ен ҡуйыуҙы үтенгән командаларҙы башҡармаясаҡ. Эйе, “Һомай”ҙың “апайҙары” (Siri, Alexa, Алиса һәм Cortana) кешенең күңеленә ятҡан йыр-моңдо һайлап, аудиокитаптарҙы һәм подкасттарҙы ҡабыҙып йә һүндереп, донъя кимәлендә бар халыҡтың һөйөүен яуланы. Беренсе партия аҡыллы колонкаларға бындай функцияны ҡуйыу өсөн беҙҙең әлегә контент китапханаһы юҡ. Киләсәктә был үрҙәрҙе лә яуларбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ!
Беҙҙең тәүге колонкаларҙың ыңғай яҡтары нимәлә?
Балаларының ҡый-һай мәғлүмәт ҡулланыуын сикләргә тырышҡан ата-әсәләр өсөн был бик тә яйлы һәм уңай мөмкинлек. Беҙҙең беренсе быуын аҡыллы колонкаларының өҫтөнлөгө шунда: “Һомай”ҙағы мәғлүмәттәр тикшерелгән, унда һүгенеү ише яман һүҙҙәр, тыйылған контент үтеп инә алмаясаҡ һәм әлегә тик башҡорт телендә генә буласаҡ. Беҙҙең маҡсат өсөн идеаль күренеш, шулай бит?
Әйткәндәй, беҙҙең бик шәп идеябыҙ бар: әкиәттәр ярҙамында балаларҙы яңы һүҙҙәр менән таныштырыуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Колонка ике телдә лә һөйләй аласаҡ, шуға күрә бала өсөн таныш һүҙҙәр күләменә яңылары өҫтәлә барасаҡ, ә был, үҙ сиратында, уның һүҙлек байлығын арттырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Был функция тел кәртәһен еңергә тырышҡан, йә булмаһа, башҡорт телен өйрәнергә теләгән өлкәндәр өсөн дә файҙалы буласаҡ (беҙ был хаҡта мотлаҡ һөйләрбеҙ).
- "Сәләм, Һомай", - ти бала, һәм үҙенең исемен ишеткән аҡыллы колонка шунда уҡ ҡабына. Был функция ғәмәлдә ҡалһа ла, төймәгә баҫып ҡабыҙыу варианты ла һаҡланасаҡ. WakeWord кеүек мөһим фраза менән проблемалар килеп сыҡҡанлыҡтан, беҙ уны хәл итеү яйын алдан уҡ күреп ҡуйҙыҡ.
WakeWord - ул колонка таный торған команда һүҙе. Бөтә процесс ҡоролманың структур элементында бара: “Һомай” төп һүҙҙе әллә ҡайҙағы сервер аша түгел, ә корпустың үҙендә үк аңлауға һәләтле.
Беҙ тауыш китапханаһын йыйыу тураһында яҙғайныҡ инде, ләкин унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең тауыштары бөтөнләй юҡ кимәлендә ине. Ә балаларҙың телмәрен таныу бик ҡатмарлы хәл: хатта ата-әсәләр ҡайһы ваҡыт үҙ балаларының нимә әйтергә маташыуын аңлай алмай.
Ихтимал, бөтә балаларҙың тауышын танып та булмай торғандыр. Әммә был ваҡытлыса күренеш. Бер аҙҙан үҙебеҙҙең датасетҡа был варианттарҙы мотлаҡ өҫтәйәсәкбеҙ, яңыртылғандан һуң колонка төрлө-төрлө тауыштарҙы таныу һәләтенә эйә буласаҡ.
Әлегә беҙ "Б" планын тормошҡа ашырып, ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы урап үтергә тырыштыҡ. Беҙҙең бындай ҡарарыбыҙ үҙен аҡлай ҙа кеүек, сөнки балалар төймәләргә баҫҡылап, тотҡолап ҡарай аласаҡтар, йәғни колонка менән яҡындан таныша аласаҡтар!
Әлегә балаларҙың октябрҙә таратыласаҡ колонкалары менән оҙайлы әңгәмәләр ҡороу мөмкинлеге лә сикләнгән була, сөнки “Һомай”ҙың был партияһында ундай функция юҡ.
Был проблеманы киләсәктә хәл итергә теләйбеҙме? Һис шикһеҙ, теләйбеҙ! Әммә ваҡыт яғы ҡыҫынҡы булғанлыҡтан, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емереп, алдыбыҙға алған маҡсатҡа күҙ йомоп ынтылабыҙ.
Эшебеҙҙә ауырлыҡтар килеп тыуып, бер нәмәгә лә күңел төшмәһә, кәмәбеҙ ҡомға терәлгән кеүек тойола башлаһа, беҙ күкрәк тултырып тын алабыҙ ҙа мәтрүшкәле сәй яһап, тәҙрә янынан урын алабыҙ. Күҙ алдыбыҙҙа шундай күренеш хасил була: бына бала колонка янына килә лә төймәгә баҫа, әкиәт һөйләүен һорай... Яғымлы ғына ҡатын-ҡыҙ тауышы: "Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, бер малай..."- тип әкиәт һөйләй башлай.
Күңелдә йылы осҡондар ҡабына, тимәк, ауырлыҡтарҙы еңеп буласаҡ, сөнки көндәр буйы баш ватыуыбыҙ маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу хаҡына торошлоҡ бирә.
Читать эту статью на русском: Чего НЕ будет уметь колонка для детских садов?
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай