Ниндәй ҙә булһа проектты ҙур масштабта ҡулланыу тураһында һүҙ барғанда: "Ҡайҙан аҡса алырға?" – тигән һорау тыуа. hомай/Homai/Хомай аҡыллы колонкаһын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған беҙҙең команда алдына ла тап ошондай һорау килеп баҫты.
Ниңә быларҙың барыһын да бушлай эшләмәҫкә?
…тип һоранылар беҙҙән социаль селтәрҙәрҙә.
Ни өсөн был мәсьәлә беҙҙе уңайһыҙланыу кисерергә мәжбүр итә? Эш шунда: беҙ алдыбыҙға алған ниәттәребеҙҙе һәр саҡ үҙ көсөбөҙ менән тормошҡа ашырырға күнеккәнбеҙ:
- Барлыҡ ҡатнашыусылар: программистарҙан алып дизайнерҙарға, продукт менеджерҙарынан алып схемотехниктарға тиклем барыһы ла төп эштән һуң беҙҙең проекта бушлай эшләнеләр. Программалаусылар быны pet-проект тип атай. Ул беҙҙең яратҡан шөғөлөбөҙ, уны бары тик эштән буш ваҡытта, бала тәрбиәләгәндәй, бәпләп үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, IT-индустрияһында билдәле булған күп кенә бөйөк идеяларға ошондай башланғыстар аша нигеҙ һалына. Эйе, күптәр айтишниктар умырып аҡса ала, тип иҫәпләй, әммә проектта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Хомайға үҙенең шәхси ваҡытын, ижади энергияһын һәм көсөн бүлә. Ни өсөн? Сөнки беҙ быны киләсәк өсөн бик мөһим, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле эш, тип һанайбыҙ.
- Мәктәптәр өсөн белем биреү сайтын беҙ күңелебеҙ ҡушҡанға эшләнек, һәм кешеләр уны бушлай ҡуллана алды. Беҙ уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың эшен еңеләйтә алыуыбыҙҙы аңланыҡ, шуға күрә уңайлы сайт булдырыу өсөн күп ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө бирҙек.
- Тауыш китапханаһын йыйыуҙа башҡа бик күп кешеләр ҡатнашты, һәм улар ҙа беҙгә бушлай ярҙам итте, сөнки проекттың мөһимлеген аңланылар, башҡорт телен таныу функцияһын булдырыуға үҙ өлөштәрен индерергә теләнеләр, киләсәк был проектҡа бәйле икәнен танынылар.
Аҡсағамы? – Эйе, аҡсаға.
Ысынлап та, ҡатнашыусылар араһында iPhone12 уйнатасағыбыҙҙы иғлан иткәс, эш күпкә еңеләйҙе. Был беҙҙең эшебеҙҙә тәүге тәжрибә ине, һәм беҙ, финанслау яғы хәл ителгәндә, эшебеҙҙең яйға һалынасағын аңланыҡ. Ә ҡайһы бер эштәрҙе аҡса түкмәйенсә эшләп тә булмаҫы асыҡ ине.
Хатта бөтә кеше бушлай эшләргә риза булған хәлдә лә, аҡса сығымы талап иткән эштәр ҙә етерлек булды:
1. Мәғлүмәттәрҙе эшкәрткән серверҙар өсөн түләү талап ителә. Бындай ҡеүәтле иҫәпләү серверҙары ҙур IT-компанияларҙа, юғары уҡыу йорттарында, коммерция ойошмаларында ғына бар. Бындай серверҙарҙа нейрон селтәрҙе өйрәтеп, массив иҫәпләүҙәр үткәрергә мөмкин. Уларҙы ҡуртымға алыу өсөн дә аҡса кәрәк.
2.Колонка корпусының дизайнын булдырыуға (варианттары бик күп төрлө!) байтаҡ сығым китә.
3.Колонкаларға запас кәрәк-яраҡтар һатып алыу ҙа түләүһеҙ эшләнмәй.
4. hомай/Homai/Хомай туҡтамай эшләһен өсөн, ай һайын chat-GPT түләнеү тейеш (һуңыраҡ был пунктты ентекләберәк аңлатырбыҙ).
Нимә эшләргә? Беҙ йыллыҡ хеҙмәтләндереүҙе үҙ эсенә алған ике грантҡа ғариза бирергә булдыҡ: беренсе грант - балалар баҡсаһы өсөн биш колонка, икенсеһе мәктәптәр өсөн 200 колонка эшләү. Шулай уҡ мәктәптәр өсөн телде өйрәнеүҙә ярҙам итеүсе уйын сайты булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ; бынан тыш, спелчекер сайты ла барлыҡҡа киләсәк (ул башҡорт телендәге текстарҙың хаталарын тикшерәсәк, хаталы һүҙҙәрҙе билдәләйәсәк һәм дөрөҫ яҙылыш варианттарын тәҡдим итәсәк).
Дөрөҫөн әйткәндә, был беҙҙең бишенсе (!!!) тәжрибә. Тәүге (уңышыһыҙ) варианттар тураһында беҙ һеҙгә мотлаҡ һөйләйәсәкбеҙ әле (бында).
Читать эту статью по-русски: Почему бы все не сделать бесплатно?