Яңылыҡтар

Һайлау михнәттәре: башҡорт телендә һөйләшкән аҡыллы колонка ниндәй булырға тейеш?

Халыҡтың шундай мәҡәле бар: кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар. Шуға күрә беҙ колонканың эске ҡоролошо тураһында күп һөйләйбеҙ: “Һомай” нимәләр башҡара ала, ул нисек ҡоролған?.
Әлбиттә, тәү сиратта, колоннаның тышҡы биҙәлеше кешелә тәүге тәьҫорат тыуҙырыуҙа мөһим роль уйнай. Яратҡан колонкабыҙға “кейем” уйлап табыуҙа беҙҙең ниндәй ыҙалар кисергәнде белһәгеҙ икән!...
Бөгөн беҙ “һомай” аҡыллы колонкаһының корпусы тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Әгәр “Һомай” кеше рәүешендә булһа, беҙ кейем магазинына барыр ҙа, уның размерына һәм буй-һынына тап килгән әйберҙе һайлар ҙа алыр инек. Матур күренеүенә, эске донъяһын асып биреүенә, әллә ни ҡиммәт булмауына, оҙаҡҡа етәсәгенә һәм хәүефһеҙлегенә иғтибар итер инек. “Һомай” кеше ҡиәфәтендә булмағанлыҡтан, уның үлсәмдәре лә стандарт түгел, шуға күрә уның корпусын "апайҙар"ын күҙ уңында тотоп, ғәмәлдә, юҡтан бар иттек.
Мәҫәлән, “Алиса” зауыҡлы пластик корпус “йөрөтә”. Ниңә шуға оҡшаш берәй нәмәне һынап ҡарамаҫҡа? Уны ҡайҙан алыу хаҡында фекер йөрөтә башланыҡ.

Ҡойоу ысулы

Уның методикаһы бик үҙенсәлекле: башта 3D-модель эшләнә, һуңынан уның прототибы принтерҙа баҫыла. Артабан уның нигеҙендә силикон формалар яһайҙар, уларға иретелгән пластикты ҡоялар. Был эште атҡарғанда үҙеңде скульптор йәки тимерсе итеп тояһың. Һоҡландырыс күренеш!
Өҫтөнлөгө нимәлә? – Эш нәтижәһе бик тә зауыҡлы килеп сыҡты!
Ләкин кәмселеге күберәк: прототипты эшләү оҙаҡҡа һуҙыла, ә беҙ уның ниндәй ҙурлыҡта һәм формала булыуын әлегә белмәйбеҙ. Бер нисә һынау моделен эшләргә кәрәк тә, ә был ҡиммәткә төшәсәк. Бындай варианттар ҙур тиражлы партия (1000 дананан ашыу) заказ биргәндә генә отошло.
Һығымта: әлеге вариант бик яҡшы, киләсәктә кәрәге тейәсәк - шуны иҫтә тотайыҡ.

3D-принтерҙа баҫыу

Процесс бик мәшәҡәтле күренә: корпус бик әкрен ҙурайһа ла, принтер, беҙҙең эскизға ярашлы, өҫтө-өҫтөнә ҡатлап һала барып, форманы үҫтереүен дауам итә.
Ыңғай яғы: принтер һәр саҡ ҡул аҫтында, идеаль форма тапҡанға тиклем күпме теләйһең, шунса баҫтыра алаһың.
Кәмселеге шул уҡ:эшләнеү ваҡыты оҙаҡ һәм ҡиммәт. Беҙ балалар өсөн тауарҙар эшләйбеҙ, тимәк, пластик сифатлы булырға тейеш, ә корпус бәрелеүҙәргә бирешмәҫлек ныҡ булырға тейеш. Беҙҙең колонка төшөрөп ебәреүҙәргә лә, тешләп ҡарауға ла, һәм ялап ҡарауға ла бирешмәҫлек булырға тейеш (шаяртабыҙ, әлбиттә!). Бындай 3D-принтерҙа баҫып сығарыу 4-6 сәғәт ваҡытты ала, ә киткән сығымды уйлаһаң, - күҙҙәрҙән йәштәр атылып сығырлыҡ.
Һығымта: беҙҙең өсөн был юл да яраҡһыҙ.

Ҡытайҙан әҙер корпус алдырыу

Заказ биреү процедураһы түбәндәгесә: беҙ эште башҡарыусыларҙы табабыҙ, техник талаптарҙы билдәләйбеҙ, түләү хаҡын ебәрәбеҙ ҙә бер нисә аҙна көтәбеҙ. Һуңынан почтаға барып, серле әйбер һалынған ҙур ҡумта алабыҙ. Вуаля! Беҙҙең талаптарға тура килгән байтаҡ корпустар бар. Йәки улар бөтөнләй юҡ.
Өҫтөнлөгө: сифатлы ла, матур ҙа; шулай уҡ кәрәкле бөтә параметрҙарға ла заказ бирергә була.
Кәмселеге: эске ҡоролошо менән “уйнау” мөмкинлеге юҡ. “Һомай” әлегә эшләнеш стадияһында, шуға ла корпустың беҙгә кәрәккәненсә һығылмалы булып ҡалыуы мөһим. Заказ оҙаҡ йөрөй, ә индивидуаль үлсәмдәр буйынса 1-2 бөртөккә заказ биреү ҡиммәткә төшәсәк.
Һығымта: был вариантты ла киләсәккә ҡалдырып торор кәрәк.

Ярҙамсы материалдар

Хеҙмәт дәрестәрен һәм "Оҫта ҡулдар" тапшырыуы иҫкә килеп төшә. Был бик ижади процесс. Халыҡ оҫталары нимәнән генә эшләмәй аҡыллы колонканы, - иҫ китмәле! Хатта пластик шешәләрҙән дә эшләп ҡарағандар! Мәҫәлән, беҙгә канализацион торба киҫәгенән эшләнгән өлгө оҡшаны.
Өҫтөнлөгө: барыһы ла ҡул аҫтында, арзан, төрлөсә эксперимент үткәреү мөмкинлеге бар. Ҡиммәткә төшмәй. Күпме теләйһең, шунса ҙеңә кәрәгенсә, үҙгәртеп ҡорорға мөмкин: төрлө диаметрлы торбаҡул менән башҡара торған эштәре күп, ә һөҙөмтәлә ул барыбер канализация торбаһы кеүек күренә (һыы, ниңә улай иииииикән?!?).

Фанера

Фанераның йоҡа яҫмалары лазерлы принтер ярҙамында бик еңел ҡырҡыла.
Деталдәрҙе бер-береһенә тоташтырыу ҙа ауыр түгел. Эш барышында тәмле генә булып яндырылған ағас еҫе тарала. Өҫтөнлөктәре: бәләкәй партияны ла, ҙур партияны ла еңел киҫеп була. Сағыштырмаса ҡыҫҡа арауыҡта эшләнә: эскизды булдырылғандан алып ҡороуға тиклем ни бары бер нисә сәғәт кенә ваҡыт сарыф ителә. Арзан. Ағастың текстураһы ла матур. Эшеңдән ҡәнәғәт ҡалаһың.
Кәмселеге: ҡул менән башҡара торған эштәре күп, һәм “Алиса”нан күпкә ҡайтышыраҡ буласаҡ.
Үҙегеҙҙе беҙҙең урынға ҡуйып ҡарағыҙ әле: һеҙҙә бөтә башланғыс мәғлүмәттәребеҙ ҙә бар икән, ти. һеҙ нимәне һайлар инегеҙ: пластиктымы әллә фанеранымы? Беҙҙең команда бөтә варианттарҙы ла ентекле тикшерҙе: фекер алыштыҡ, баһа бирҙек, аргументтар килтерҙек. Ә ваҡыт көтөп тормай: октябрь айында әҙер продукты тәҡдим итер мәл дә килеп етәсәк.

Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай