Яңылыҡтар

250 сәғәтлек телмәр һәм iPhone

250 сәғәтлек телмәр һәм iphone

Текстан телмәр сығарыу тураһында беҙ һеҙгә ошонда һөйләгәйнек.
Телмәрҙе таныу мәсьәләһе ярайһы ғына ҡатмарлы эш. Бының сәбәбе - беҙҙе төрлө булыуҙа. Мәҫәлән, минең телмәрем һеҙҙекенән айырыла, өҫтәүенә акцент, йәш үҙенсәлеге, диалекттар әйтелеше лә йоғонто яһай! Башҡорт телен танып белеү функцияһын тормошҡа ашырыу өсөн, беҙ ҙур эш башларға тейеш инек. Шуларҙың иң мөһиме - тауыштар китапханаһын булдырыу.
Бер үк фразаны һөйләгән бер нисә йөҙ кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Кемдеңдер тауышы - нескә, балаларса, кемдеңдер - моңло ғына ҡатын-ҡыҙ тауышы, кемдеңдер бас менән яңғырай, кемдеңдер еңелсә ҡарлығып сыға, кемдер һыуыҡ тейгәндәге кеүек яҙҙыра, кемдер танау менән һөйләшә. Беҙ тап шундай китапхана йыйырға теләгәйнек. Колонкабыҙ һәр кемде ишетергә һәм аңларға өйрәнһен өсөн, башҡорт телендә һөйләшкән төрлө тауыштар кәрәк булып сыҡты.
Шулай итеп, беҙҙең алдыбыҙға түбәндәге хәл итәһе мәсьәләләр килеп баҫты:
  1. кешене Mozilla Firefox-та Common Voices порталына инеп, 250 һөйләм уҡырға күндереү (был 30 минут самаһы).
  2. 5000 тауыш йыйып, 10 000 сәғәтлек телмәр әҙерләргә.
Әгәр беренсе пунктты үҙең һәм дуҫтарың ярҙамында атҡарып сығып булһа, икенсе пунктты тормошҡа ашырыу ярайһы уҡ ауырлыҡ тыуҙырҙы. Шуны ла, әйтергә кәрәк, был ауырлыҡ алдында ҡаушап ҡалып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүебеҙ ҙә бик ихтимал ине.
Ҡайҙан кешеләр табырға? Нисек итеп уларҙы текст уҡырға һәм уның аудиоһын беҙгә ебәрергә күндергә? Бындай эшкә кешене йәлеп итеү өсөн ниндәй дәртләндереү сараһы табырға?
Тормошҡа ашырырҙай булһа ла, был – ҡатмарлы ғына эш. Тап шул саҡта социаль селтәрҙә проекттың https://vk.com/bashkort_voice үҙ сәхифәһе барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, әгәр һеҙ был мәҡәләне уҡыйһығыҙ икән,тимәк, һеҙ ҙә был эшкә ҡушыла алаһығыҙ. Хатта акцент менән һөйләшкән хәлдә лә, һеҙҙең тауыш телмәрҙе таныуға файҙа килтерәсәк. Бер генә тауыш та артыҡ булмаясаҡ! Беҙҙең өсөн һәр тауыш ҡиммәт!
Ниһайәт, тауыш йыйыу башланды! Көнөнә ике-өс сәғәтлек телмәрҙәр алдыҡ, был эштә 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Әгәр ҙә беҙҙең тәүге энтузиастарҙың береһе беҙҙең был яҙманы күрә икән, беҙ һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Бөтәһе лә яҡшы кеүек! Әммә был темп менән барһаҡ, кәрәкле күләмде хатта бер нисә йыл эсендә лә йыя алмаҫ инек... Ә ярҙам көтөлмәгән яҡтан килде... Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Люция Әнүәр ҡыҙы Дәүләтшина беҙҙең идеяны хуплап ҡына ҡалманы, ә, бәлки, ярҙам итергә теләк тә белдерҙе.
Әгәр ҙә тауыш яҙҙырыусылар араһында ҡиммәтле призға, мәҫәлән, һуңғы модель iPhone-ға (ул саҡта был 12-се модель ине) уйын уйнатһаҡ, нисек булыр, тигән идеяны тәҡдим итте ул. Яҡшы фекер! Ҡоролтай беҙгә гаджет һатып алыуҙы финансланы, ә хәбәр республика буйлап таралып та китте. Кешеләр уны төрлө чаттарҙа дуҫтарына ебәрҙе. Әлбиттә, был дәртләндереү сараһы кешеләрҙе туған телдәрен цифрлаштырыуға ярҙам итеүгә йәлеп итте, шул уҡ ваҡытта, улар лотерея уйнатыуға ҡатнашыу мөмкинлеге лә алдылар.
Беҙ көнөнә яҡынса 10 сәғәтлек телмәр йыя башланыҡ, был эштә 860 кеше ҡатнашты. 2021 йылдың 8 мартынан 31 майына тиклемге осорҙа 250 сәғәт самаһы йыйҙыҡ, ә 31 майҙа бүләгебеҙ үҙенең бәхетле хужаһын тапты. Уны Волгоградтан Миләүшә яуланы, уға бүләкте СДЕК аша ебәрҙек!
Был ҙур ҡаҙаныш ине!
Ни өсөн? Сөнки танып белеү функцияһын башлар өсөн әллә ни ҙур булмаған телмәр өлгөләре йыйылмаһын ҡуллана алған яңы технологиялар барлыҡҡа килде! Яңы технологияларҙың булышлыҡ итеүе арҡаһында, башҡорт телен танып белеүҙә тәүге аҙымдар яһауҙа әлеге 250 сәғәт ҙур роль уйнаны.
Ҡыҙыҡһындырҙыҡмы?
Беҙҙең нисек эшләгәнде белгегеҙ килһә, артабан уҡығыҙ!
Читать эту статью по-русски: 250 часов речи и iPhone