Яңылыҡтар

Телде нисек кире ҡайтарырға?

2024-03-20 14:38

Телде нисек кире ҡайтарырға?

"Мин башҡортса бөтәһен дә аңлайым, тик һөйләшмәйем", - тигән һүҙҙәрҙе дуҫтарығыҙҙан ишеткәнегеҙ бармы? Бәлки һеҙ ҙә шулай яуап бирерһегеҙҙер?
Кеше туған тел мөхитендә үҫһә лә, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында унан айырылырға мәжбүр була, йәки туған телендә оҙаҡ ҡына ваҡыт аралаша алмағанлыҡтан бындай хәлдәр килеп сығырға мөмкин. Лингвистар был күренеште пассив ҡулланышлы тел тип атай.
Һеҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ: әгәр һеҙ бала саҡтан башҡорт телендә һөйләшкән булһағыҙ, моғайын, тел моделенең төҙөлөшөн үҙләштергәнһегеҙҙер һәм һеҙгә, бөтөнләй ят телдә һөйләшеүгә ҡарағанда, үҙ телегеҙҙә аралашыу еңелерәк бирелер.
Туған телеңдең пассивлығын нисек итеп актив статусҡа әйләндерергә?
1️⃣Ошо телдә һөйләшергә. Күптәребеҙ рус акценты менән башҡортса аралашыуҙан ояла. Йә булмаһа, ҡайһы ваҡыт урыҫ һүҙҙәренә башҡорт ялғауҙары ҡушалар ҙа, онотола башлаған башҡортсаһын алмаштырып, һүҙ бутҡаһы яһайҙар. Был хәл мәҙәк булып күренер. Ихтимал, бының өсөн олораҡ быуын кешеләре һеҙҙе тәнҡитләгәндәрҙер ҙә әле. Уларҙың тәнҡиттәре нигеҙһеҙ! Сөнки был - иң ябай һәм һөҙөмтәле ысул.
2️⃣Һөйләмдә башҡорт тапҡыр һүҙҙәрен, ғаилә лаҡаптарын ҡуллана башлайһығыҙ икән, был һеҙҙҙең тарафтан онотола башлаған телгә ҡаршы тәүге аҙым буласаҡ. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һеҙ әйткән һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе менән ҡыҙыҡһынасаҡ, уларҙы үҙҙәре лә әйтеп ҡарарға тырышасаҡ - шулай итеп һеҙ туғандарығыҙҙы ла үҙ телегеҙҙең экспериментына йәлеп итә башларһығыҙ!
3️⃣Башҡортса һөйләшә башларға теләүселәр өсөн айырым чат булдырырға мөмкин, был осраҡта туған телдә иркен аралашыусылар телде яңы үҙләштерә башлаусыларға башҡортлоҡ мөхитенә әүҙем ҡушылырға ярҙам итәсәк. Бәлки, беҙҙең блогта фекерҙәштәр ҙә табылыр
4️⃣Бынан бер нисә йыл элек Өфөлә башҡорт телен өйрәнергә теләгән өлкәндәр өсөн дәрестәр ойошторола торғайны. Кем белә, бөгөнгө көндә ошондай курстар бармы икәнен?
5️⃣Репетитор менән эшләү – электән йәшәп килгән яҡшы мөмкинлектәрҙең береһе. Кемдәр теләй, беҙҙә индивидуаль эшләүсе белгестәрҙең контакты бар. Улар менән бәйләнешкә сығырға теләһәгеҙ, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ!
6️⃣Социаль селтәрҙәрҙә башҡортса алып барылған каналдарға йәки башҡорт блогерҙарына яҙылырға мөмкин. Беҙ телеграмдағы үҙебеҙҙең ботты ла тәҡдим итәбеҙ: @bashkort_translate_bot. Ул көн һайын һөйләмдәрҙең параллель тәржемәләрен бирә: эмодзиға баҫып , 👍, 🤏и 👎 һәм һеҙ нейро селтәрҙе башҡорт теленә өйрәтеүҙә ярҙам итеп кенә ҡалмаҫһығыҙ, ә үҙегеҙҙең һүҙ байлығығыҙҙы ла арттырырһығыҙ.
7️⃣Башҡорт телен өйрәнеү өсөн төрлө ҡушымталар ҡулланыу. Мәҫәлән, бәләкәй балаларға һәм телде яңы өйрәнә башлаусылар өсөн "Әлифба" китабы уңайлы. "Башҡорт филворды" хәрефтәр менән уйнарға яратыусылар өсөн ҡулай. “Инофон” , “Әлләсе”, “BashWord” һәм “Салям” кеүек ҡушымталар ҙа үҙ аудиторияһын табасаҡ.
Был тәҡдимдәрҙең ҡайһыһы һеҙгә оҡшаны? Бәлки, туған телегеҙҙе өйрәнеү буйынса һеҙҙең үҙ тәжрибәгеҙ барҙыр? Комментарийҙарҙа үҙегеҙҙең башығыҙҙан үткән хәлдәрҙе тәҡдим итегеҙ. Ихтимал, һеҙ беҙҙең яҙылыусылар араһында фекерҙәштәр табырһығыҙ һәм аралашыу өсөн тематик чат булдырырһығыҙ?

Читать этот текст на русском языке: "Как вернуть себе свой язык?"
Хотите узнавать о выходе новых статей сразу же? Подпишитесь на наш канал в Телеграме:
Хомай/Homai/Һомай - на русском языке
Һомай - на башкирском языке