Яңылыҡтар

Грант: ресурстар һәм яуаплылыҡ

Грант: ресурстар һәм яуаплылыҡ

Шулай итеп, 2023 йылдың ғинуарында документтарҙы йыйып, "Әминә" проектын республика грантына тапшырҙыҡ. Гранттың шарттары буйынса, документтарҙы коммерция булмаған ойошма (НКО) аша тапшырырға кәрәк ине, әйтергә кәрәк, уны табыуҙа дуҫтарыбыҙҙың ярҙамы ҙур булды. Беҙгә барыһын да Аллаға тапшырып, һөҙөмтәләрҙе көтөргә генә ҡалды.
Һеҙҙә, моғайын, “Хомай” менән “Әминә” бер-береһе менән нисек бәйле, тигән һорау тыуа торғандыр. Аңлатып ҡарайыҡ. Беҙҙең аҡыллы колонка “Һомай” тип аталасаҡ. Был – киң күләмле эш (алдыбыҙға алған оло эш-маҡсаттарыбыҙ менән беҙ һеҙҙе, һис һүҙһеҙ, таныштырып барасаҡбыҙ!).
“Әминә” тигәне ҡайҙан хасил булды һуң ул? “Әминә” - беҙҙең грант проектының атамаһы, был грант республика уҡыу йорттарына 205 колонка тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы атаманың килеп сығыу сәбәбе шунда: ул гранттар буйынса эште, ғөмүмән алғанда, беҙҙең проектты икегә бүлеүҙең уңайлы икәнен күрһәтте. Аналогия килтерергә мөмкин: мәҫәлән, грант ярҙамында беҙ iPhone булдырабыҙ һәм уны республикала таратабыҙ (был –“Әминә” проекты), ләкин ошо телефонды һатып алған кеше Apple компанияһына хужа булып китә ала, тигәнде аңлатмай бит (был –“Һомай” проекты). Бында ла шуның ише: 205 колонка - ул билдәле бер маҡсаттарҙы үтәү өсөн уйлап сығарылған хеҙмәт емеше, ә “Һомай” - ошо заказды тормошҡа ашырыусы беҙҙең компания.
Грант буйынса комиссия беҙҙең ғаризаларҙың киләсәген хәл иткән аҙна үтә тынғыһыҙ булды. Беҙҙең команда өсөн был хәл иткес аҙна ине. Сөнки бер йыл элек фекерҙәш энтузиаст-дуҫтарҙы берләштергән проект идеяһы бына-бына икенсе статусҡа күсергә тора…


Читать эту статью на русском: Грант - ресурсы и ответственность
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай