Яңылыҡтар

Һомайҙың бер туҡтауһыҙ яҡшыртылыныуҙары

Һеҙҙең менән берәй ваҡыт шулай булғаны бармы: үҙ ҡулдарығыҙ менән берәй нәмә эшләгәс, һөҙөмтәгә ҡарап, уйлана башлайғыҙ: "Бында яҡшыртырға мөмкин, быны яңынан эшләргә"? Беҙҙең менән дә гел ана шулай була! Ҡай саҡ ҡамасаулап та алғылай 🙃
👯 Бәхеткә күрә, Һомай аҡыллы колонкаһы — мәрмәрҙән яһалған һын түгел. Һәм уны сикһеҙ яҡшыртырға мөмкин. Беҙ киләсәктә күп йылдар дауамында шуның менән шөғөлләнергә ниәтләнгәнбеҙ.
Әгәр программа продуктын физик нәмә менән сағыштырһаҡ, иң оҡшағаны — баҡсасылыҡ.
Мәҫәлән, хәҙер беҙҙә:
🌱план бар, ҡайһы үҫемлектәрҙе ҡайҙа ултыртырға (проект маршрут картаһы),
🌱тупраҡ ашланды (команда тупланды),
🌱беренсе ағас, ҡыуаҡ һәм сәскәләр ултыртылды (тауышты тексҡа һәм тауыш синтезы эштәре башҡарылды, әҙер өлгө яһалды),
🌱даими һыу һибеү бара (әҙер функцияларҙы яҡшыртыу эше дауам итә).
💥 Баҙарҙа ҡай саҡ яңы һәм ғәжәйеп продуктар барлыҡҡа килә. Беҙҙең осраҡта был ChatGPT. Уларҙы ҡиммәтле ҙур ағастар йәки рулонлы газондар менән сағыштырырға мөмкин. Улар менән, орлоҡтар үҫеп сыҡҡанын көтмәй, хәҙер үк ҡулланырға мөмкин.
Хәҙер Һомай проекты — был матур йәш баҡса, унда әле үҙ фантазияларығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн урын бар. Беҙ уға ҡарап уйлайбыҙ: “О-о! Ҡалай матур! Ысынлап та, яңыраҡ ҡына был бер ябай ер киҫәге ине.
Беҙҙең дуҫтар һәм киләсәк колонка ҡулланыусылары ла баҡсаға инә. Кемгәлер бөтәһе лә оҡшай, кемдер ярҙам тәҡдим итә, ә кемдер кәңәштәр бирә: “Ҡышҡылыҡҡа розаларҙы ҡапларға кәрәк, юғиһә улар юҡҡа сыға, тамсылап һыу һибеү ойоштороғоҙ, ул уңайлыраҡ була, алма ағастарын да онотмағыҙ”.

Әгәр һеҙҙең арағыҙҙа баҡсасылар булһа, һеҙ беләһегеҙ: баҡсаны ҡарап тороу кәрәк, һәм ундағы эш бер ҡасан да бөтмәй. Аҡыллы колонка өҫтөндәге эш тә шулай.

Колонка уңайлыраҡ, аҡыллыраҡ, аңлайышлыраҡ һәм тиҙерәк булһын өсөн беҙҙең команданың мең дә бер идеяһы бар. Һеҙҙең идеяларығыҙ ҙа беҙгә ярҙам итә, сөнки һеҙ — беҙҙең аудитория, киләсәк ҡулланыусылар, һәм барыһы ла колонка һеҙҙең көндәлек ярҙамсығыҙ һәм һөйләшеүсе булһын өсөн тип эшләнә.

🚧 Әммә үҫемлектәр тиҙ генә үҫмәй, шулай уҡ аҡыллы колонка ла тылсымлы таяҡ төркәс тә яҡшыраҡ булып китмәй. Бәләкәй яҡшыртыуҙар артында көндәр һәм аҙналар дауамында ҡаты уйлау һәм физик хеҙмәт тора.

Әлбиттә, беҙҙең баҡса “Алиса” һәм “Siri” кеүек “өлкән” ландшафт проекттары янында урынлашҡан, шуға күрә кешеләр унда йөрөргә яратыуы ихтимал. Һомай проекты әле бәләкәй, уға йөҙәр, меңешәр тапҡыр кеше-сәғәттәре һәм аҡса аҙыраҡ һалынған.

💕 Бер нәмәне ысынлап һеҙгә вәғәҙә итә алабыҙ: беҙ туҡталырға йыйынмайбыҙ, һәм колонканы яҡшыртырға һәм уның функционалын әлегә сәнәғәт гиганттарында булмаған уникаль мөмкинлектәр менән киңәйтергә йыйынабыҙ.
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай
Читать этот текст на русском: Бесконечное улучшение Хомай
Фотоһо: Lina Trochez Unsplash