Яңылыҡтар

Корпустың ыңғай һәм кире яҡтары

Башҡортса һөйләшәсәк “Һомай” аҡыллы колонкаһының корпусы өсөн ниндәй материалдар һәм ниндәй ысулдар кәрәклеген һайлауҙың ни тиклем ҡатмарлы эш булғанлығы тураһында бер мәҡәләбеҙҙә һөйләгәйнек инде. Ул "Беҙ нимәне һайланыҡ?" тигән һорау менән тамамланғайны.
Үҙегеҙҙе ике ҡуян ҡойроғон тоторға теләгән башҡорт айти-стартаперҙары итеп тоя алғанһығыҙҙыр, тип уйлайбыҙ. Ә бына был эште башҡарыу ваҡыты, бюджеты һәм перфекционизмы тәгәрмәстәргә таяҡ тығыуын дауам итте. Эйе, һайлау ярайһы уҡ ауыр булды.
Етте, һеҙҙе интектермәйек инде.

Беҙ фанера өсөн тауыш бирҙек

“Һомай” аҡыллы колонкаларының тәүге даналары алты мөйөшлө фанера кәрәҙҙәр рәүешендә буласаҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Бының менән беҙ башҡорт балын кәүҙәләндерергә тырышттыҡ, ә алыҫтан ҡараһаң, ул күсмә тормошта йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың тирмәһен хәтерләтәсәк. Архитекторҙар шуны раҫлай: алты мөйөшлө ҡоролмалар - тәбиғәт уйлап сығарған ныҡлы конструкциялар. Аҡыллы колонкалар балалар баҡсаһына ошо рәүешле ебәреләсәк, - беҙҙең корпустар балаларҙың бәргеләүҙәренә ла, төшөрөп ебәреүҙәренә лә, хатта тешләп һәм ялап ҡарауҙарына ла бирешмәҫлек итеп уйланылған.
Фанера корпустарҙың, үкенескә күрә, күҙгә күренеп торған етешһеҙлектәре лә бар: уларҙы тик ҡулдан ғына йыйырға мөмкин. Тышҡы яғы пластик аналогтары кеүек әллә ни матур булмау ғына түгел, бәлки, бер бөтөн булып та күренмәҫ. Нимә эшләргә?

Кәмселектәренән ҡотолабыҙ.

Беҙҙең перфекционисттар яуланған ҡаҙаныштарҙа туҡтап ҡалыуҙан баш тартты һәм фанера корпустың ыңғай яҡтарын матур итеп күрһәтергә, шулай уҡ уның етешһеҙлектәрен тулыһынса бөтөрөргә ынтылды. Корпустың әллә ни матур булмауы һәм ҡулдан йыйыу менән нимә эшләргә һуң?
Был турала оҙаҡ ҡына баш ватҡандан һуң, кемдер, һәр ерҙә тип әйтерлек, IKEA мебеле бар икәнен иҫкә төшөрҙө һәм балаларыбыҙҙың LEGO конструкторҙары менән уйнарға яратыуын билдәләне. Был шәп фекер ине: форма ябайлығы, ижади эшмәкәрлектә ҡатнашыу һәм бөтәһен дә үҙ аллы йыйыу мөмкинлеге иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Ябай һәм анһат ҡына эшләнгән мебелде йөҙөк ҡашына әйләндереү өсөн үҙенсәлекле швед минималистик стилен ҡулланыу мөмкинлеген файҙаланырға була. Ә корпусты йыйыу мәле һәр ҡулланыусыны процестың ҡатнашыусыһына әйләндерә.
Беҙгә был идея бик оҡшаны: беҙҙең команданың да үҙ фекерҙәштәре барлыҡҡа киләсәк! Проект өҫтөндә эшләү осоронда беҙҙе хуплап, күтәрмәләп тороусыларыбыҙ булды. Беҙ һеҙҙең алда бер нәмәне лә йәшермәй, асыҡтан асыҡ эш иттек, һеҙ ҙә беҙгә әленән әле яңы идеялар бирҙегеҙ һәм мәғлүмәт базаһын йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәттегеҙ. Һеҙ булмаһағыҙ, беҙ бер нәмә лә эшләй алмаҫ инек!

“Һомай”: йыйыу моделе

Әгәр ҡул менән йыйыуҙы үҙебеҙҙең продукттың айырым бер үҙенсәлеге итһәк? Беҙ беләбеҙ: уны йыйыу әллә ни ауыр түгел, шуға ла эшебеҙгә был процесс менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе йәлеп итә алабыҙ.
Колонка тирелгән хәлдә лә килергә мөмкин. Беҙ ҡулланыусыларыбыҙға ҡарата ғәҙел ҡарашта торабыҙ, уларға хеҙмәт емешебеҙҙең эске яғын күрһәтергә әҙербеҙ: унда артыҡ бер нәмә лә юҡ, һәр деталь үҙенә тәғәйен урында ғына (башҡа бер ҡайҙа ла түгел) тора.
Һәр кем “Һомай” эс яҡтан нисек ҡоролғанлығы: тауышы ҡайҙан сығыуы, төймәһе нисек эшләүе, динамик һәм система платаһының урынлашҡан урыны менән таныша ала. Бындай ябай ҡоролманы ремонтлау ҙа ауырлыҡ тыуҙырмай, сөнки деталдәр бер-береһен алмаштыра ала. Әгәр беҙ уның төҙөлөшөн камиллаштырһаҡ, уны төҙөкләндереү өсөн бер нисә деталь һатып алыу ҙа етәсәк.
Әгәр һеҙ донъяның экологик хәлен күҙәтеп барһағыҙ, фанера корпустың еңел тарҡалыуы һәм унан бик аҙ ғына миҡдарҙа углерод бүленеп сығыуы һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ булыр.
Тәүге партияны йыйыуҙы ла, краш-тест үткәреүҙе лә үҙебеҙ эшләргә ҡарар иттек, йәғни кәмселек-өҫтөнлөктәрен дә үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә булдыҡ. Әгәр барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа, 200 корпус йыйыуға заказ бирергә теләйбеҙ... Кемгә тип уйлайһығыҙ? Комментарийҙарҙа үҙ варианттарығыҙҙы яҙырға мөмкинһегеҙ.
Читать эту статью на русском: Плюсы и минусы корпуса
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай