Яңылыҡтар

Юҡҡа сыҡҡан грант

Юҡҡа сыҡҡан грант

Хәтерегеҙҙәме, һеҙгә тәүге ғаризабыҙҙың грант финанслауынан мәхрүм ҡалыуы тураһында һөйләргә вәғәҙә иткәйнем? Ысынбарлыҡта нисек булды, шул көйөнә бәйән итәм.
Был хәл 2022 йылда булды. Донъяның ковид сикләүҙәренән һуң йәнләнә барған ғына мәле. Өфөләге мәктәптәр өсөн булдырылған сайтыбыҙ (был хаҡта беҙ ошонда яҙҙыҡ) үҙенең дистанцион тәғәйенләнешен уңышлы атҡарҙы һәм был функцияны тулыһынса үтәне. Ә мин яңы идея менән янып йәшәй башланым.
Нимә тураһында һүҙ алып барырырмды бөтә ата-әсәләр ҙә аңлар, тип уйлайым. Һеҙҙеңсә, баланы тынысландырыуҙың иң ябай ысулы ниндәй? Әлбиттә, уға планшет йәки телефон тоттороп, youtube асып ҡуйыу. Хатта теле асылмаған балаларҙың йәш пластик мейеһе интерфейсты интуитив рәүештә аңлауға йәһәт яраҡлаша! Ун минут та үтмәй, өй эсе "Маша һәм айыуҙар" йәки "baby shark" тигән көй менән тула.
Дүрт бала атаһы булараҡ, мин был контенттың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын беләм. Бындай видеолар, йырҙар, тапшырыуҙар балаларыбыҙҙы һиҙҙермәйенсә генә инглиз, рус, хатта испан телдәренә өйрәтә!
Башҡорт йәнһүрәттәре һәм кино картиналары автоматик тәҡдимдәр кәртәһен үтерҙәй юлдар бармы? YouTube минең балаларым менән туған телдә һөйләшһен өсөн ниндәй ысулдар табырға була?
Баҡтиһәң, был мөмкин икән! Сайттарҙағы теләһә ҡайһы видеояҙмаларҙың автоматик тәржемәһен һеҙ һайлаған телгә күсереү өсөн программалар бар ҙа баһа! Тик бәлә шунда: башҡорт теле өсөн бындай алгоритмдарҙы әлегә бер кем дә яҙмаған. "Туҡта, бәлки, был эште үҙебеҙгә башларға кәрәктер?" - тип уйланым да хыялымда йөрөткән идеяны командаға еткерҙем.
Ҡағиҙә булараҡ, һәр командала энтузиастар һәм скептиктар була. Ғөмүмән, беҙҙә бары тик энтузиастар ғына йыйылған, шулай булһа ла уларҙың ҡайһы берҙәре проекттарҙы тормошҡа ашырырҙан алда китәсәк сығымдарҙы алдан иҫәпләп ҡуйыуҙы хуп күрҙе. Күп тә тормай, башҡарыласаҡ эшкә талап ителгән сумма һәм тотоналасаҡ сығымдар исемлеген әҙерләп тә ҡуйҙылар. Телмәр синтезы өсөн китәсәк сумма үтә лә күп “ҡомһоҙ” булып сыҡты. 10 синтез тауышын булдырыу хаҡы ғына 2 миллион һумға барып баҫасаҡ!

Мин: “Республика грантына Ютубты үҙгәртеп ҡороу өсөн ғариза биреп ҡарағанда нисек булыр икән?”- тип уйлай башланым.
Уйлаған эш - бөткән эш. Ғариза тултырҙыҡ та, Аллаға тапшырып, һөҙөмтәне көтә башланыҡ. Ғөмүмән, мәҙәни проекттарҙағы гранттарға ғариза биреү - ул лотерея уйнатыуға тиң. Кемгәлер – бәхет йылмая: уларҙың темаһы көн ҡаҙағында булып сыға; кемдер уңышһыҙлыҡҡа осрай.
Быны беҙ кешенән ишетеп түгел, ә үҙ елкәбеҙҙә татығандан беләбеҙ. Республика матди ярҙамын алыу өсөн беҙ 3 тапҡыр ғариза яҙып ҡараныҡ, ләкин уларҙың береһе лә уңышҡа юлыҡманы:
  • 2020 йылдың башы: башҡорт телен танып белеүҙе тормошҡа ашырыу өсөн тауыш китапханаһына тиҙ арала тауыштар йыйыр кәрәк булды. Аҡса ярҙамында беҙ был эште йәһәтерәк башҡарып сығыр инек (беҙ был турала бында яҙғайныҡ). Әммә ғариза дөрөҫ тултырмаған булып сыҡты.
  • 2020 йылдың уртаһы: шундай уҡ ғариза яҙҙыҡ, тик был юлы икенсе ойошма исеменән эшләнек. Кире ҡаҡтылар, сәбәбе: беҙҙең планлаштырған эшебеҙ был ойошмаың профиленә тап килмәй.
  • 2021 йылдың йәйе: яҙған ғаризабыҙ тағы үтмәне, ниңә икәненең сәбәбе билдәһеҙ.
IT-проекттарҙың бөтәһенә лә хас булған бер ҡыйынлыҡ бар: ул - техник өлөштө аңлатыуҙағы ҡатмарлылыҡ. Ни өсөн был ҡатмарлы? Ни өсөн ул ҡиммәткә төшә? Өс йәшендә һөйләшергә өйрәнгән балаға компьютер моделдәрен беҙҙең телдә аңлатыу ни өсөн шул тиклем ауыр икәнен аңлатып та булмайҙыр.
Ютубты тәржемә итеү өсөн грант алыуға өлгәшмәнек... Әммә шуныһы мөһим: беҙ ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәк икәнлеген аңланыҡ, һәм күңелебеҙҙе төшөрмәй генә, белем биреү проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса эшләүҙе дауам итергә ҡарар иттек.
Әйткәндәй, әгәр беҙ был идеябыҙҙан баш тартҡан тип уйлаһағыҙ - яңылышаһығыҙ! Грант отмаһаҡ та, әкренерәк тиҙлектә булһа ла Ютубты башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, планшеттан baby shark урынына “акула бәпесен” яңғыратыу теләген планлы рәүештә тормошҡа ашырыу йүнәлешендә эшләүҙән туҡтарға уйыбыҙ юҡ.


Читать эту статью на русском языке: Грант, который лопнул
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай