Элек әсәйҙәребеҙ менән атайҙарыбыҙ ҡараңғы төшһә, һөйөклө өләсәләренә һыйынып ултырып алғандар ҙа: "Өләсәй, әкиәт һөйлә әле", - тип инәлер булғандар. Ул Алпамыша тураһындағы әкиәттте һөйләр булған,- уның йөкмәткеһен бөтәһе лә тип әйтерлек ятлап бөтһә лә, һис кем ризаһыҙлыҡ белдермәгән, өләсәйҙе бүлдермәй генә тыңлар булғандар.
Өләсәйҙең янында шундай рәхәт: бәлеш еҫтәре һеңгән алъяпҡысынан да, үҙенән дә йылылыҡ һәм бәрәкәт бөркәләп тора; көнө буйы йүгереп талсыҡҡан тәнең ошоларҙан ләззәтләнеп ойоп китә лә әкиәттең ни менән тамамланғанын да тыңлап бөтмәйенсә, йоҡоға талаһың...
Нейропсихологтарҙың фекеренсә, балалар өсөн билдәле бер ҡағиҙәләр булыуы, таныш ваҡиғаларҙы ҡат-ҡат тыңлау, үҙҙәрен ниндәй ҙә булһа батыр итеп күҙаллау мөһим, уларға яңы һүҙҙәр өйрәнеү һәм телмәр төҙөлөшөндә һүҙҙәрҙең дөрөҫ тәртибен үҙләштереү хас. Туған телгә һөйөү шунан башлана ла инде. Беҙ үҙебеҙҙең идеяларыбыҙҙы өләсәй һөйләгән әкиәттәр тәьҫораттарына таянып тормошҡа ашырыуҙан башларға булдыҡ.
Ни өсөн был эш ҡатмарлы булып сыҡты?
Сит телдәрҙе өйрәнеүселәр белә: дөрөҫ телмәр йәки хата телмәр тойғоһо - ул сабый саҡтан уҡ ҡаныңа һеңгән күнекмә, йәки тормош тәжрибәһе арҡылы барлыҡҡа килгән оҫталыҡ.
Хатта машиналарға ла һөйләүҙе үҙләштереү ауыр бирелә: әле 90-сы йылдарҙа уҡ телмәр ассистенттарын булдырырға тырышһалар ҙа, был юҫыҡта бары тик нейро селтәрҙәр уйлап табылғандан һуң ғына алға китеш күҙәтелә. Беҙҙең проект, әлбиттә, "гиганттар елкәһендә баҫып тора" һәм бөтә программалаусыларҙың ҡаҙаныштарын киң файҙалана, әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙең ваҡытыбыҙ үтә лә аҙ.
Сағыштырыу өсөн: Яндекс компанияһының тауыш ярҙамсыһы булған “Алиса”ны 2016 йылда эшләй башлайҙар, ә аҡыллы колонка 2019 йылда ғына барлыҡҡа килә. Уны булдырыу өҫтөндә юғары класлы белгестәрҙең ҙур командаһы тир түгә.
“Һомай” проекты командаһында ни бары12 кеше эшләй. Беҙҙең реализация ваҡыты ҡәтғи билдәләнгән: алты ай эсендә файҙалы продуктты әҙерләп бөтөргә тейешбеҙ. Беҙ был эшебеҙҙең ыңғай килеп сығырын беләбеҙ.
Балалар баҡсалары өсөн тәғәйенләнгән колонка нимәләр эшләй белә?
Беҙҙең беренсе аҡыллы колонка иң бәләкәй балаларға тәғәйенләнә. Тәүге биш дана ярҙамында балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙар башҡорт телендә әкиәттәр тыңлай ала. Мәҫәлән, бала:
-Һомай, ҡуян тураһында әкиәт һөйлә! - тип өндәшә икән, ти. Колонка уның үтенесенә яуапты эҙләп таба һәм төлкөнө еңгән батыр ҡуян тураһында әкиәт һөйләй.
Бөтә донъяға билдәле булған тауыш ярҙамсыларын уйлап табыусылар, ғәҙәттә, эш һөҙөмтәләре менән инвесторҙарҙы һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен таң ҡалдырырға тырыша. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ иһә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә йүнәлтелгән.
Ни өсөн?
- Беҙҙең теләгебеҙ шул: балалар ҡарамағында башҡорт теленең матур һәм дөрөҫ үрнәге булһын, колонка, изге күңелле өләсәйҙәй, арымай-талмай әкиәттәр һөйләһен;
- тәүге экземплярҙар, тәрбиәселәргә үҙ эштәрен башҡарырға ярҙам итеп, махсус функциональ вазифа үтәһен;
- башҡорт телендә колонка менән аралашыу - шунда уҡ лайыҡлы баһаһын ҡуйыусы ябай ғына тел практикаһы (бындай ысул күптәрҙең күңеленә хуш килә).
Балалар баҡсаларына әкиәт һөйләүсе биш колонка тапшырһаҡ, беҙ был этапты тулыһынса тамамлап, беренсе грант иҫәпләнгән "Әминә" проектын тормошҡа ашырҙыҡ, тип әйтә аласаҡбыҙ.
Читать эту статью на русском: Первые. Октябрьские. Детсадовские. Что будут уметь эти колонки?
Шунда уҡ яңылыҡтарҙы белгегеҙ киләме? Улайһа беҙҙең Телеграм каналдарға яҙыл:
Башҡортса: Һомай
Русса: Хомай/Homai/Һомай