ҺОМАЙ

башҡортса һөйләшә белгән тәүге зирәк колонка
Һомай проекты хаҡында
Һомайҙың нигеҙендә ятҡан яһалма интеллект башҡорт теле моделен үҙләштергән. Бының өсөн ул башҡорт текстары корпусын һәм тәбиғи башҡорт телмәрен өйрәнгән. Һомай менән башҡортса һәм русса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға була.

Әлеге ваҡытта зирәк колонка донъя күреүгә әҙерләнә: тел моделен камиллаштырыу, колонканың тышҡы ҡиәфәтенең дизайнын әҙерләү, проект менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙән фекерҙәр йыйыу бара.

Яҡын арала Telegram мессенджеры аша Һомай менән яҙышыу функцияһын һынай башлайбыҙ.

Проект хаҡында яңылыҡтарҙы беҙ Һомайҙың телеграм-каналында яҙып торабыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт
Һомай нимә эшләй белә?
Башҡорт теле, мәҙәниәт, тарих, һауа торошо, әкиәттәр һәм башҡаһы
Тыуған яҡ тарихы
Ҡала, район йә ауылығыҙың тарихын, билдәле яҡташтарығыҙҙың тормош юлын белергә теләйһегеҙме? Һомайҙан һорап ҡарағыҙ!
Башҡорт мәҙәниәте
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!
(Р.Тойғон)
Милли аш-һыу
Бишбармаҡ, бәлеш йәки ҡулламаны нисек бешерәләр? Һомай быны ла яҡшы белә!
Тәбиғәт
Йылға һәм тауҙар, дала һәм урмандар — барыһы ла тыуған еребеҙҙең байлығы. Һомай быларҙы әле генә Башҡортостанды урап сыҡҡан кеүек итеп һөйләп бирәсәк!
Дин
Күңелегеҙҙә дингә бәйле һорауҙар килеп тыуған булһа, уларҙы Һомайға бирә алаһығыҙ
Һауа торошо
Һомай, бөгөн нисек кейенергә? Һомай, көндәр ҡасан йылынасаҡ? Һомай, бөгөн ямғыр буламы? Һауа торошона бәйле йәнегеҙ теләгән һорауҙы Һомайға юллағыҙ
Башҡорт телен Һомай менән өйрәнәйек

Һомай проектының маҡсаттарының береһе — башҡорт телен яҡыныраҡ, танышыраҡ һәм аңлайышлыраҡ итеү.

Бының өсөн беҙ колонка менән аралашыуҙың өс тәрәнлеген булдырҙыҡ.

  • Башҡортса еңел аралашҡандар өсөн
    Колонка бары тик башҡорт телен генә аңлаясаҡ, сөнки был башҡорт телен яҡшы белгән кешеләр өсөн махсус профиль.
  • Башҡорт телен аңлаған, әммә һөйләшмәгәндәр өсөн
    Колонка рус һәм башҡорт телдәрен аңлаясаҡ, әммә яуаптарҙы башҡортса ғына бирәсәк: башҡорт телен аңлап та, әле ныҡлап һөйләшә алмаһағыҙ, был профиль һеҙҙең өсөн.
  • Башҡорт телен өйрәнә башлағандар өсөн
    Колонка рус һәм башҡорт телдәрен аңлаясаҡ, яуаптарҙы башҡорт һәм рус телен ҡатыштырып бирәсәк. Ваҡыт үтеү менән яуаптарға башҡорт һүҙҙәре йышыраҡ ҡушыла килә. Башҡорт теле менән танышыу юлын башлайһығыҙ икән, ошо профилде һайлағыҙ.
Һатыуға сығыу тураһында иҫкәртеү
Һомайҙың сауҙаға сығыуы хаҡында тәүгеләрҙән белергә теләһәгеҙ, электрон почтағыҙҙы ҡалдырығыҙ. Колонканы һатып алыу мөмкинлеге тыуғас та, беҙ һеҙҙе иҫкәртербеҙ.
Бәйләнеш
Тәҡдимдәр һәм идеяларығыҙҙы беҙгә homai_kolonka@mail.ru адресы буйынса яҙығыҙ!